Рекламный баннер 990x90px ban1
91.67
102.04
Рекламный баннер 728x90px main1

11 октябрь - Республика көнө!

11 октябрь - Республика көнө!
Сабыйҙарҙы милли рухта тәрбиәләүгә нигеҙ ғаиләлә һалына тиһәләр ҙә,
балалар баҡсаһының да роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Балаларҙа тыуған илебеҙгә һәм туған телебеҙгә ҡарата һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү, республика тураһында төшөнсә биреү, тыуған ил тураһында белемдәрҙе арттырыу, милләт-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, балалар баҡсаһының төп бурысы булып тора. Яңауыл ҡалаһының 9-сы һанлы «Миләшкәй» балалар баҡсаһының Йәйғор, Ҡояшҡай һәм Зирәктәр төркөм тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында, «Тыуған илем - Башҡортостан»,- тип аталған матур байрам сараһы үтте.
Байрам гимн менән башланып китте. Балалар Башҡортостан республикаһы тураһындағы белемдәрен байыттылар, Республикаға арнап шиғырҙар ятланылар, ҡурай моңон тыңланылар, Башҡортостан тураһында йыр йырланылар, «Ҡурай» уйыны уйнанылар.
Балалар Башҡортостан тураһында бик күп һәм мауыҡтырғыс мәғлүмәткә эйә булдылар.

Оставить сообщение:

Рекламный баннер 728x90px main2
Рекламный баннер 240x200px right1
Рекламный баннер 240x200px right2
Рекламный баннер 240x200px right3